ЮНОСТЬ, Шаран р‑нындағы ауыл, Мичуринский а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 28 км һәм Туймазы т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 70 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 109 кеше; 1959 — 118; 1989 — 60; 2002 — 114; 2010 — 106 кеше. Сыуаш­тар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты бар. Ауылға 20 б. 20‑се йй. Бәләбәй­ кантонында а.х. артеле булараҡ нигеҙ һалына. 1925 й. 10 йорт теркәлгән. 30‑сы йй. хәҙ. статусын ала.

Тәрж.­Р.Ғ.Ғилманов