ШАПИРО Семён Вольфович (22.5. 1932, Мәскәү — 30.7.2018, Өфө), инженер‑электротехник. Техник ф. д‑ры (1992), проф. (1995). Мәскәү энергетика ин‑тын тамамлағандан һуң (1956) 426‑сы почта йәшниге пр‑тиеһында (Мәскәү), 1957 й. алып Горький политехник ин‑тында эшләй. 1970 й. башлап ӨАИ‑ла: 1972 й. — электр машиналары һәм аппараттары каф. мөдире, бер үк ваҡытта 1974—84 йй. “Вихрь” махсус конструкторҙар‑технология бюроһы дир.; 1986 й. алып Металдарҙың үтә һығылмалылығы проблемалары ин‑тында ғилми секретарь, 1988 й. — “Геофизприбор” Өфө ПБ эргәһендәге “Геотрон” махсус конструкторҙар‑технология бюроһы дир., 1991—99 йй. “Эколс Лтд” бәләкәй пр‑тиеһы (Өфө) дир., бер үк ваҡытта 1992 й. баш­лап ӨДИСА‑ла физика каф. мөдире, 2016 й. алып БДМУ‑ла уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге ярымүткәргес һәм электромагнит ҡоролмаларын проектлауға, мәғлүмәт процестары теорияһына арналған. Ш. тарафынан тиристорлы һәм магнит тиристорлы йышлыҡ үҙгәрткестәре, импульс булдырғыстар (ҡара: Импульслы техника), ток сығанаҡтары һәм электротехник ҡулайламалар м‑н идара итеү системалары, юғары йышлыҡтағы сәнәғәт озонаторҙары һ.б. эшләнгән. Асыштары БР‑ҙың һәм РФ‑тың машиналар эшләү пр‑тиеларында индерелгән. 320‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 67 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Концепции современного естествознания. 2‑е изд., перераб. и доп. Уфа, 2000; Энергетические и информационные процессы в природе. М., 2005; Резольвента Лагранжа и её применение в электромеханике. М., 2008.

М.Ю.Доломатов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов