ШАНЬГИН Евгений Сергеевич (25.6. 1944, Өфө), инженер‑механик. Техник ф. д‑ры (2004). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1967) ӨПЭЗ‑дә эшләй. 1975 й. алып “Геофизприбор” Өфө ПБ‑ның Махсус КБ‑нда: өлкән ғилми хеҙм‑р, ғилми‑тикшеренеү секторы мөдире. 1981 й. башлап Двигателдәр етештереү технологияһы һәм уны ойоштороу ҒТИ‑ның Урал филиалында: өлкән ғилми хеҙм‑р, төп инженер; 1988 й. алып ӨАИ эргәһендәге “Вихрь” махсус конструкторлыҡ‑технология бюроһында бүлек мөдире, 1990 й. — “Ассокор” нефть һәм газ сәнәғәтендә коррозиянан һаҡлау ассоциацияһының ген. дир. урынбаҫары, 1995 й. — Өфө төҫлө металдар з‑дының баш инженеры; 1997 й. башлап ӨДАТУ‑ла, 2010 й. — “Модульнефте­газкомплект” Ғилми‑техник компанияһының (бөтәһе лә — Өфө) баш белгесе. 2014 й. алып Төмән индустриаль ун‑тында эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге производство процестарын автоматлаштырыуға һәм механизациялауға, системалы анализлауға, робототехника системалары м‑н идара итеүгә арналған. Ш. тарафынан биротатив типтағы электр приводтарының теорияһы һәм әйләнеү йышлығын көйләү системаһы эшләнә. Тикшеренеү һөҙөмтәләре авиация, нефть сығарыу сәнәғәте пр‑тиеларында индерелгән. 180‑дән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 110 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Автоматизированный привод глубинных насосов. Уфа, 2001.

А.В.Шеметов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов