ЮНАЙ, Ейәнсура р‑нындағы ауыл, Үтәғол а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 81 км һәм Ҡыуандыҡ т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т.‑Көнб. табан 46 км алыҫлыҡта Ҡаҫмарт й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 260 кеше; 1920 — 416; 1939 — 332; 1959 — 314; 1989 — 216; 2002 — 235; 2010 — 183 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға Нуғай­ даруғаһы Үҫәргән улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1765 й. алып билдәле. Тәүге төпләнеүсенең исеме м‑н аталған, уның улы Шоңҡар Юнаев билдәле. 1795 й. 5 йортта 36 кеше йәшәгән, 1866 й. 46 йортта — 286 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 1900 й. мәсет, һыу тирмәне теркәлгән.

Д.Ғүскилдин

Тәрж.­Р.Ғ.Ғилманов