ЮМОР (ингл. humour), ысынбарлыҡты көлкөлө итеп һүрәтләү ысулы. Ябай мәҙәктән айырмалы рәүештә, Ю. көлкө предметына уйланыбыраҡ ҡарарға, анализларға һәм борсолор­ға мәжбүр итә; көлкөгә ҡалдырыуға, көлкөнөң фаш итеүсе төрҙәренә (ирония, сатира) ҡаршы ҡуйыла. Башҡорт­ әҙәбиәтендәЮ. көлкөнөң бөтә төрҙәре (еңелсә һәм шат көлөүҙән алып үткер сатирик көлөүгә тиклем) м‑н берлектә бирелә; күп әҙәби жанрҙарҙа­ ҡулланыла. Ю. тәүге өлгөләре фольклорҙа­ осрай (ҡара: Бә­ләкәй­ юмористик­ жанрҙар,­Таҡмаза,­ Тиҙәйткес,­ Әкиәт­ башы). Ю. элементтарын 18—19 бб. сәсәндәре Байыҡ­ Айҙар, Мәхмүт­ сәсән,­Ҡарас­ сәсән ­һ.б. үҙ ижадтарында файҙаланған. 20 б. 1‑се ярт. яҙылған әҫәрҙәр Ю. м‑н һуғарылған: М.Ғафури­ әҫәлдәре, Ш.Бабич, С.Ҡудаш шиғырҙары, Ғ.Ғүмәр, Б.Ишемғол, Т.Йә­нәби хикәйәләре һәм башҡалар. “Бабич”, “Башкирский крокодил”, “Һә­нәк” ж. төп йөкмәткеһен юмористик хикәйәләр һәм шиғырҙар билдәләй. Ю. иң юғары өлгөләрен прозаик С.Агиш­ ижад итә, уның әҫәрҙәрендә һөйкөмлө көлкөлө образдар урын ала. Һуғыштан һуңғы осорҙа үткер Ю. Т.Арыҫлан, А.Ш.Ғирфанов, С.Ғ.Иман­ғолов, Ф.Ә.Иҫәнғолов, С.Кулибай, Н.Нәжми ­һ.б. ижадтарына хас була. Ә.Ҡ.Атнабаевтың­ шиғри әҫәрҙәре Ю. өлгөләре булып тора. Хәҙ. башҡорт әҙәбиәтендә Ю. өлкәһендә К.М.Аҡ­башев, М.Т.Ғиләжев, Р.Ф.Мифта­хов, Р.М.Тимершин, К.Фазлый, Р.Н. Ханнанов һ.б. эшләй. М.Н. Кәримов­тың­ юмористик­ шиғырҙары, М. Сәлимдең­ хикәйә‑юморескалары халыҡ‑ара танылыу яулай. Башҡорт әҙәбиәтенең юмористик әҫәрҙәре соц. әһәмиәтлелеге һәм әҙәплелеге м‑н айырыла; төрлө телдәргә тәржемә ителә.

М.Ш.Сәлимов

Тәрж.­Р.Ә.Сиражитдинов