ЮМАТОВ Василий Степанович [?—17.7.1848, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Йоматау а. (БР‑ҙың Өфө р‑ны)], тыуған яҡты өйрәнеүсе. Дворяндарҙан. Өфө өйәҙ судында судья булып хеҙмәт итә, “Оренбургские губернские ­ведомости” гәз. эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге башҡорт халҡының археологияһына, фольклорына,­этно­графияһына, Ырымбур губернаһының тарихына арналған. Ю. “О названии башкирцев” (“Башҡорттарҙың атамаһы тураһында”) хеҙмәтендә [“Ырымбур губерна хәбәрҙәре” (“Оренбургские губернские ведомости”) гәз.; 1847, №24] — “башҡорт” этнонимы, “Древние предания у башкирцев Чубиминской волости” (“Ҫыбы‑мең башҡорттарының боронғо риүәйәттәре”) хеҙмәтендә мең­ ҡәбиләһе, Башҡортостандың­ Рус­ дәүләтенәҡушылыуы­ (1848, №7) т‑да риүәйәт тасуирлана. “Хронологический обзор достопримечательных событий в пределах нынешней Оренбургской губернии и важнейших постановлений, относящихся к этому краю” (“Хәҙерге Ырымбур губернаһы сиктәрендә булған иҫтәлекле ваҡиғаларға һәм был крайға ҡағылышлы ҡарарҙарға хронологик күҙәтеү”; 1848, №31) хеҙмәте авторы. Ю. тарафынан­Турахан ­кәшәнәһе­ тасуирланған, Хөсә­йен­бәк кәшәнәһенең ҡәбер ташындағы текст нәшер ителгән. Йоматау а. уның исеме бирелгән.

Әҙәб.:­Башкирия в русской литературе. Т.1. Уфа, 1989.

Ф.Әәкүрова

Тәрж.­М.Х.Хужин