ЮМАЛИН Бәҙретдин Абдулғәзе улы [15.7.1926, БАССР‑ҙың Йылайыр кантоны Сәғит а. (БР‑ҙың Ейәнсура р‑ны) — 19.1.1994, Яңы Петровка а., БР‑ҙың ш. уҡ р‑ны Иҫәнғол а. ерләнгән], хужалыҡ эшмәкәре. БАССР‑ҙың атҡ. а.х. хеҙм‑ре (1981). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. БАХИ‑ны тамамлаған(1967).1941 й. алып Ейәнсура р‑нында эшләй: 1943 й. тиклем “Сәғит” к‑зында, 1951 й. башлап район советының башҡарма ком‑тында (1952 й. алып бүлек мөдире), 1954—55 йй. һәм 1958 й. башлап С.М.Киров ис. к‑з рәйесе, 1965 й. — “Энәк” с‑зының баш агрономы, 1968—86 йй. “Заветы Ильича” к‑зы рәйесе. Ю. етәкс. “Заветы Ильича” к‑зы үҫемлекселектәһәм малсылыҡта юғары күрһәткестәргә өлгәшкән: а.х. продукцияһын етештереү (мең т): иген — 5,5, көнба­ғыш — 0,6, ит — 0,4, һөт — 1,9 (1981—86). БАССР ЮС‑ының 10‑сы саҡырылыш депутаты. Окт. Революцияһы (1986), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1973, 1976), “Почёт Билдәһе” (1971) орд. м‑н бүләкләнгән.

Тәрж.­А.Н.Күсеев