ЮЛЫШЕВ Ирек Ғәле улы [28.4.1934, Свердловск өлк. Барҙы р‑ны Танып а. (Пермь крайы)], агроном. А.х. ф. д‑ры (1989), проф. (1990). РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2009). Пермь а.х. ин‑тын тамамлағандан һуң (1958) Фалёнки селекция ст. (Киров өлк.) агроном‑орлоҡсолоҡ белгесе: 1960 й. алып дир., 1962 й. — дир. урынбаҫары. 1962 й. окт. башлап Вятка а.х. акад. (Киров ҡ.): 1964 й. алып лаб. мөдире, 1966—76 йй. һәм 1990 й. башлап уҡытыусы, 1993—2008 йй. агрохимия һәм тупраҡ ғилеме каф. мөдире; 1968—72 йй. Халыҡ‑ара политехник ин‑тта (Мали Респ.). 1976—90 йй. Н.В.Рудницкий ис. Төньяҡ‑Көнсығыш а.х. ҒТИ‑нда (Киров): дир. урынбаҫары, 1984 й. алып “Луч” ҒПБ‑ның фәнни эштәр б‑са ген. дир. урынбаҫары, 1987 й. — лаб. мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге иген­селектә серетмә, биоген элементтар, ауыр­металдар, зарарлы элементтар трансформацияһын, миграцияһын һәм балансын тикшереүгә, тупраҡтағы төп туйындырыу элементтарын сығарыу нормативтарын, ҡулланыу коэф. уйлап табыуға бәйле. Ю. тарафынан әсе тупраҡҡа химик мелиорация кәрәклеген прогнозлау ысулы эшләнә, фосфорлы­ ашламаларҙың һөҙөмтәлелеге генетик тупраҡ профиле горизонттарының үҙенсәлектәренә бәйләнгәнлеге фәнни яҡтан иҫбат ителә. 210‑дан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 13 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Система применения удобрений в севооборотах. Киров, 1999; Почвенно‑агрохимические основы адаптивно‑ландшафтной организации систем земледелия ВКЗП. М., 2005.

Тәрж.­А.Н.Күсеев