ЮЛЫҠ ЙӘМИҒ МӘСЕТЕ, 1911 й. Ырымбур губ. Орск өйәҙе Юлыҡ а. (БР‑ҙың Баймаҡ р‑ны) М.М.Рәмиев һәм Мөхәмәтшакир М.Рәмиев (ҡара: Рәмиевтәр) аҡсаһына төҙөлә. Ырымбур­ мосолман­ диниә ­назараты ҡарамағында була. Мәсет (20×12×8) бер ҡатлы, таштан һалынған, ҡыйығы 4 яҡлы, 5 ҡырлы михрабы (ғибәҙәт уйымы) бар. Манараһы (бейеклеге 15 м) 8 ҡырлы, 2 яруслы, аҫҡы өлөшө (таш) өҫкө өлөшөнән (ағас) манараны уратып эшләнгән балкон м‑н айырыла; торҡа рәүешендәге көмбәҙенең ослайып торған ҡыйығына ярты ай ҡуйылған. Мәсеттә 2 ғибәҙәт залы бар. Мәсет эргәһендә Юлыҡ­мәҙрә­сәһе, китапхана эшләгән. 1930 йй. уртаһында ябыла, бинаһы складҡа бирелә, 1993 й. диндарҙарға ҡайтарыла. Имам‑хатип Г.М.Зәйниғәбдинов билдәле. Мәсет бинаһы тарих­ һәм ­архитектура ­ҡомартҡыһы булып тора.

Ә.З.Сәйғәфәров

Тәрж.­ Ә.Н.Аҡбутин