ШАМРАТОВА Валентина Ғосман ҡыҙы (11.8.1950, Ашхабад), физиолог. Биол. ф. д‑ры (2002), проф. (2004). РФ‑тың по­чётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2009). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1972) 1974 й. тиклем Йәрмәкәй р‑нының Спартак урта мәктәбендә уҡыта. 1977 й. алып БДУ‑ла эшләй. Фәнни тикшеренеүҙәре патология булғанда һәм экстремаль хәлдәрҙә кеше онтогенезындағы ҡан күҙәнәктәренең функциональ характеристикаларына арналған. Ш. тарафынан эритроциттар зарядының регуляцияһы һәм төрлө йәшәйеш шарттарында уларҙың тотороҡлоғон һаҡлау механизмдары өйрәнелә, кеше һәм хай­уандарҙың күҙәнәк популяцияларында эритроциттарҙың бүленеш законлыҡтары билдәләнә. 300‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Электрокинетические свойства эритроцитов человека при психоэмоциональном напряжении и патологии. Уфа, 1995 (авторҙ.).

Тәрж. Г.А.Миһранова