ЮЛЫҠ, Ғафури р‑нындағы ауыл, Ҡауарҙы а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 52 км һәм Аҡкүл т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 68 км алыҫлыҡта Еҙем й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 737 кеше; 1920 — 843; 1939 — 1132; 1959 — 905; 1989 — 835; 2002 — 805; 2010 — 741 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға Стәрлетамаҡ­ өйәҙе Күрпәс‑Табын улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1786 й. алып билдәле. 1795 й. 59 йортта 334 кеше йәшәгән, 1865 й. 75 йортта — 622 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, уч‑ще булған. 1906 й. мәсет теркәлгән; шөғөлдәр араһында урман кәсептәре иҫәпкә алынған. М.И.Баһауетдинова ошо ауылда тыуған.

Ғ.Ш.Шәйәхмәтов

Тәрж.­Р.Ғ.Ғилманов