ЮЛЫҠ, Баймаҡ р‑нындағы ауыл, Йомаш а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 41 км һәм Сибай т. юл ст. К.‑Көнб. табан 82 км алыҫлыҡта Мағаш й. (Һаҡмар й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 435 кеше; 1920 — 1617; 1939 — 919; 1959 — 423; 1989 — 475; 2002 — 544; 2010 — 470 кеше. Башҡорттар, та­тарҙар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Йомаш урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана, Юлыҡ­ йәмиғ ­мәсете бар.

Ауылға Верхнеурал ­өйәҙе Бөрйән, Түңгәүер улустары башҡорттарының­ аҫаба­ ерҙәрендә 1781 й. кер­ҙәшлек килешеүе б‑са Ҡазан­ губернаһы Ҡазан өйәҙенән яһаҡлы татарҙар Юлыҡ Ямы исеме м‑н нигеҙ һала. 1866 й. 85 йортта 488 кеше йәшәгән. Мәсет, күн з‑ды булған; йәрминкәләр үткәрелгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 1900 й. мәсет, урыҫ‑башҡорт мәктәбе, һыу тирмәне теркәлгән; йәрминкәләр үткәрелгән. 20 б. башынан хәҙ. исемен йөрөтә. З.Н.Ғә­битов, Р.Л.Ғәбитов, Х.И.Ҡурсаев, Мөхәмәтсадиҡ һәм Искәндәр Рәмиевтәр (ҡара: Рәмиевтәр), М.С. Солтангәрәев (ҡара: Солтангәрәевтәр), Ә.М.Чанышев, Ғ.Ә.Шаһисолтанова, А.К.Әҙеһәмов, М.К.Әҙеһәмов ошо ауылда тыуған.

Ә.З.Сәйғәфәров

Тәрж.­Р.Ғ.Ғилманов