ШАММАС (Шаммасов) Рауил Сәхиулла улы (9.11.1930, БАССР‑ҙың Ҡарағош р‑ны Уразай ҡсб, хәҙ. БР‑ҙың Стәрлебаш р‑ны Хәлекәй а.), шағир. БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1994). Журналистар союзы (1965), Яҙыусылар союзы (1973) ағзаһы. Стәрлетамаҡ пед. ин‑тын тамамлаған (1969). 1952 й. алып Матрай, 1956 й. — Стәрлебаш р‑ндары мәктәптәрендә эшләй. 1958 й. башлап “Знамя коммунизма” (“Коммунизм байрағы”; ҡара: “Стерлибашевские родники”) гәз., 1962 й. — “Ҡыҙыл таң” гәз. (яуаплы секретарь урынбаҫары, 1968—70 йй. бүлек мөдире) хеҙм‑ре. 1972—81 йй. Башҡ‑н китап нәшриәтендә, 1982—84 йй. Башҡ‑н тыныслыҡты һаҡлау ком‑тында эшләй. 1985—95 йй. (өҙөклөктәр м‑н) БР‑ҙың Яҙыусылар союзында: әҙәби хеҙм‑р, 1988—89 йй. пропаганда бюроһы мөдире. 1990 й. “Һәнәк” ж. хеҙм‑ре. “Таң йылмайыуы” исемле тәүге шиғырҙар йыйынтығы 1967 й. сыға. “Донъя йөгө” (1972), “Ҡар һыуҙары китә” (1978), “Йән йәшәртер йәмдәрем” (1980), “Яраларҙы һөйөү дауалар” (1995), “Ғүмер усағымдың ҡуҙҙары” (1999; татар телендә) һ.б. шиғри йыйынтыҡтарының төп темаһы — Ватанға, әсәгә һөйөү, йәшәү мәғәнәһе т‑да уйланыу. “Уттар” (1964), “Онотмағыҙ беҙҙе, тереләр” (1968), “Йөрәк алмаһы” (1974), “Утлы дәфтәр” (1988) һ.б. поэмаларында Бөйөк Ватан һуғышы темаһы күтәрелә. “Күперһеҙ йылға” (1982), “Муйыллы туғай” (1987) повестар йыйынтыҡтары авторы. С.Я.Маршактың шиғырҙарын, ш. уҡ ҡаҙаҡ, ҡарағалпаҡ, мари, сыуаш, украин шағирҙарының әҫәрҙәрен башҡорт теленә тәржемә итә. Ш. әҫәрҙәре белорус, ҡаҙаҡ, ҡарағалпаҡ, мари, украин, урыҫ телдәренә тәржемә ителгән. Уның шиғырҙарына С.Ә.Низаметдинов, Р.М.Хәсәнов, Т.М.Шәрипов һ.б. комп. тарафынан йырҙар яҙылған. Ф.Кәрим ис. пр. лауреаты (2013). Халыҡтар дуҫлығы орд. м‑н бүләкләнгән (2015).

Әҫәрҙ.: Кеше тиҙәр һинең затыңды: шиғырҙар, поэмалар. Өфө, 2005; Ҡәҙерен беләһеңме?..: шиғырҙар, поэмалар. Өфө, 2010; Берёзовый сок: стихотворе­ния и поэмы. М., 1987.

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов