ЮЛЫЕВ Батыргәрәй Ғабдулмөхәмәт улы [18.8.1861, Ырымбур губ. Верхнеурал өйәҙе Бөрйән улусы Йәрмөхәмәт а. (БР‑ҙың Баймаҡ р‑ны) — 1915, Ырымбур губ. Орск өйәҙе 1‑се Этҡол а. (БР‑ҙың Баймаҡ р‑ны)], этнограф, тыуған яҡты өйрәнеүсе. Өфө­ ир­ балалар­ гимназияһын­ тамамлаған. Өфө губернаһында, 1891 й. алып 1‑се Этҡол а. уҡытыусы булып эшләй, унда урыҫ‑башҡорт мәктәбенә нигеҙ һала. Башҡорттарҙың фольк­лорын, этнографияһын тикшереү, легендалар,­ хикәйәттәр, ­риүәйәттәр йыйыу һ.б. м‑н шөғөлләнгән. “К этнографии башкир” (“Башҡорттарҙың этнографияһына ҡарата”; 1892) хеҙмәтендә көньяҡ‑көнсығыш башҡорттарының туй­йолаларын һүрәтләгән. Беренсе­ Этҡол­ урта­ мәктәбе­нә­ уның исеме бирелгән.

Х е ҙ м.: Аждаха‑змей в рассказах башкир Этнографическое обозрение. 1892. №2—3; Башкирские батыры Кабанбай и Узянбай Ш у н д а  у ҡ. 1899. №3.

Р.И.Үтәғолов

Тәрж.­М.Х.Хужин