ШАММАЗОВ Айрат Минһаж улы (31.8.1947, Өфө), инженер‑механик. БР ФА акад. (2009), техник ф. д‑ры (1986), проф. (1988). РФ‑тың (2003) һәм БР‑ҙың (1997) атҡ. фән эшмәкәре, СССР юғары мәктәбе отличнигы (1985), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (1997), РФ газ сәнәғәтенең почётлы хеҙм‑ре (2004). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1971) 2014 й. тиклем шунда уҡ эшләй: 1987 й. алып иҡтисад һәм производствоны автоматлаштырыу ф‑ты деканы, 1989 й. — уҡыу‑уҡытыу эштәре б‑са проректор, 1993 й. — иҡтисад б‑са проректор, бер үк ваҡытта нефтте һәм газды ташыу һәм һаҡлау каф. мөдире, 1994—2014 йй. ректор; бер үк ваҡытта 2006—2011 йй. БР ФА президенты. Фәнни эшмәкәрлеге тотош мөхиттәр механикаһына, үткәргес торба транспорты проблемаларына арналған. Ш. тарафынан үткәргес торбаларҙағы газ, нефть ҡатышмалары ағымының гидродинамик характеристикаларын иҫәпләп сығарыу һәм оператив диагностикалау, үҙгәреүсән файҙаланыу шарттарында нефть үткәргестәрҙең технологик параметрҙарын оптималләштереү ысулдары, бер төрлө булмаған мөхиттәрҙе ташыу, үткәргес торбаларҙы таҙартыу, ҡуйы нефть продукттарын һ.б. һаҡлау өсөн технологик ҡорамалдар уйлап табыла. Асыштары РФ һәм БР пр‑тиеларында индерелгән. 2008—14 йй. “Транспорт и хранение нефте­продуктов и углеводородного сырья” (“Нефть продукттарын һәм углеводород сеймалын ташыу һәм һаҡлау”; Мәскәү) ж. баш мөхәррире. 350‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 53 уйлап табыу авторы. БР Вуз ректорҙары советы рәйесе (2000—10). БР Дәүләт Йыйылышы—Ҡоролтайҙың 2—4‑се саҡырылыш депутаты. РФ Хөкүмәтенең мәғариф өлкәһендәге пр. (2007, 2011), И.М.Губкин ис. пр. (1975) лауреаты. Почёт (2007), Дуҫлыҡ (Вьетнам; 2015) орд. м‑н бүләкләнгән.

Хеҙм.: Проектирование и эксплуатация насосных и компрессорных станций. М., 2003 (авторҙ.); Расчёт и обеспечение прочности трубопроводов в сложных инженерно‑геологических условиях: в 2 т. М., 2005—2006 (авторҙ.); Основы технической диагностики трубопроводных систем нефти и газа. СПб., 2009 (авторҙ.).

Р.Н.Бәхтизин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов