ЮЛТЫЙ (Юлтыев) Дауыт Исхаҡ улы [18.4.1896 (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1893), Һамар губ. Быҙаулыҡ өйәҙе Юлтый а. (Ырымбур өлк. Красногвардейский р‑ны) — 10.7.1938, Өфө], яҙыусы, йәмәғәт эшмәкәре. Яҙыу­сылар­ союзы ағзаһы (1934). Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. Тыуған ауылындағы һ.б. мәҙрәсәләрҙә, Ҡыҙыл профессура ин‑тында (Мәскәү,­1931—32) уҡыған. 1912—14 йй. ҡаҙаҡ ауылдарында, Юлтый мәҙрәсәһендә уҡыта. 1919 й. алып “Ҡыҙыл йондоҙ” хәрби гәз., бер үк ваҡытта Беренсе революцион армияның сәйәси бүлегендә эшләй. 1920 й. Туҡ‑Соран кантон ком‑тында хәрби комиссар һәм партия секретары, һуңынан “Ҡыҙыл­ батыр”, “Ҡыҙыл­ ҡурай” гәз. мөхәррире, бер үк ваҡытта Башҡ‑н хәрби комиссариатының сәйәси идаралыҡ бүлеге инструкторы, 1‑се Башҡорт дәүләт драма театрының әҙәби консультанты, Рәсәй коммунистик йәштәр союзы Башҡ‑н өлкә ком‑тының нәшриәт бүлеге мөдире. 1921—24 йй. дәүләт нәшриәте рәйесе, типографияларҙың сәйәси комиссары, РКП(б)‑ның ҡала ком‑ты (бөтәһе лә — Стәрлетамаҡ ҡ.) секретары, бер үк ваҡытта “Башҡортостан­ хәбәрҙәре”, һуңынан “Башҡортостан” гәз., 1923 й. “Яңы юл” (Өфө), “Бабич” ж. мөхәррире; 1925—26 йй. СССР халыҡтары үҙәк нәшриәтенең (Мәскәү) башҡорт секторы мөхәррире, 1927—31 йй. (өҙөклөктәр м‑н) Башҡ‑н дәүләт нәшриәтендә (ҡара: “Китап”) баш мөхәррир. 1929 й. Башҡортостанды­ өйрәнеү­ йәмғиәтенең­ ғилми секретары; 1930 й. “Яңылыҡ” ж. (Өфө), 1933 й. башлап “Үктәбер” (ҡара: “Ағиҙел”) ж. мөхәррир. 30‑сы йй. Башҡортостан­ пролетар­ яҙыусылар ассоциация­һы етәкселәренең береһе, һуңынан БАССР Яҙыусылар союзын ойоштороуҙа ҡатнаша, унда секретарь‑әҙәбиәтсе, драматургтар секцияһы етәксеһе була, репертуар комиссияһында эшләй; колхоз‑совхоз театрҙары эшмәкәрлегендә ҡатнаша. Башҡорт совет әҙәбиәте үҫешенә ҙур өлөш индерә. Тәүге әҫәрҙәре 1908 й. “Ва­ҡыт” ж. баҫтырыла. Ю. Октябрь­ ре­волюцияһына­ тиклемге ижадында башҡорт әҙәбиәте өсөн дөйөм мотивтар (мәҫ., мәғрифәтселек ҡараштары) һәм революцион‑демократик характерҙағы яңы тенденциялар сағылдырылған. Беренсе ­донъя­ һуғышы­ осоронда яҙылған шиғырҙарында (“Сумка”, “Ҡан баҙары” һ.б.) пацифистик ноталар яңғырай. “Урал моңдары” (1921) шиғри йыйынтығына ингән шиғырҙарының төп һыҙаты — романтик күтәренкелек, реаль ысынбарлыҡ күренештәрен арттырып һүрәтләү, заман ҡаршылыҡтарын тасуирлағанда контраст алымдар ҡулланыу. “Шәрәф” (1922), “Нефть тураһында әкиәт” (1932), “Айһылыу” (1933) поэмаларында шағир яңы дәүер кешеһенең булмышын күрһәтергә ынтыла. “Ҡомартҡыларым” (1924), “Ауыл төпкөлөндә” (1929) шиғри йыйынтыҡтары, “Үткәндәгеләр” (1925) хикәйәләр, “Шеф — паровоз” (1934) очерктар йыйынтыҡтары һ.б. авторы. Империалистик һуғыш ваҡиғалары, һалдат массаларының сәйәси аңы үҫеше сағылыш тапҡан “Ҡан” автобиографик романы (1—2 китаптар, 1933—36; урыҫса тәрж. “Кровь”, 1—2 китаптар, 1974) башҡорт прозаһының­иң әһәмиәтле әҫәрҙәренең береһе булып тора. “Әлимә, йәки Мырҙаш ҡарт туйы” (1929; урыҫса тәрж. “Алима, или свадьба старика Мырдаша”, 1988) повесында, “Тимеркәй фәсәфәһе” (1924), “Хәлкәй артист”, “Өмәт” (икеһе лә — 1926) хикәйәләрендә автор осорҙоң типик характерҙарын һүрәтләп, яңы кешенең, шәхес м‑н тарихтың, шәхес м‑н коллективтың үҙ‑ара мөнәсәбәттәренең үҙенсәлектәрен аса. “Бәләкәй Ҡотош” (1925; урыҫса тәрж. “Маленький Кутуш”, 1969), “Сана шыуғанда” (1929) балалар өсөн китаптар, “Әпәш” (1936) поэмаһы һ.б. авторы. Ю. пьесалары башҡорт совет драматургияһының һәм милли театрҙыңформалашыуында ҙур роль уйнай. “Ҡарағол” тарихи‑романтик трагедияһы, заман темаларына арналған “Ҡолансәс” (икеһе лә — 1925), “Табылған Марат”, “Йәнтүрә” һ.б. пьесалар авторы. Ю. әҫәрҙәре белорус, татар, урыҫ, үзбәк һ.б. телдәргә тәржемә ителгән. Тәнҡит, публицистика ­(“Яңы әҙәби ағымдарҙың гегемонияһы тураһында”, 1925; “Халыҡ йырсыһы һуҡыр Фәррәх”, 1928; “Башҡорт сәнғәте”, 1929; һ.б.) һәм башҡорт фольклоры (“Француз һуғыштары тураһында башҡорт халыҡ әҙәбиәте”, 1931; һ.б.) өлкәһендә эшләй. Башҡорт­ теле­ мәсьәләләрен өйрәнеүҙә ҡатнаша. Ю. пьесалары БР театрҙарында ҡуйылған. 1‑се Бөтә Союз совет яҙыусылары съезы делегаты (Мәскәү, 1934). Репрессиялана (1937), атыла. 1956 й. аҡлана. Өфөлә Ю. йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған, 69‑сы урта мәктәптә кабинет‑музей эшләй; Өфөлә һәм БР‑ҙың башҡа торама пункттарында урамдарға, Белорет ҡ. Башҡорт китапханаһына уның исеме бирелгән.

Ә ҫ ә р ҙ.: Шиғырҙар, поэмалар. Өфө, 1982; Хикәйәләр, пьесалар, мәҡәләләр. Өфө, 1984; Һайланма әҫәрҙәр. Өфө, 2008; Мечта и жизнь: избранные стихи и поэмы. М., 1979.

Әҙәб.:­ Х ө с ә й е н о в  Ғ.Б. Дауыт Юлтый: тормошо һәм ижады. Өфө, 1963; Дауыт Юлтый тураһында иҫтәлектәр. Өфө, 1980.

Р.Д.Мостафина

Тәрж.­Р.Ә.Сиражитдинов