ЮЛМӘТОВА Суфия Фәтих ҡыҙы (2.1.1919, Һамар губ. Бөгөлмә ҡ. — ?), әҙәбиәт белгесе. Филол. ф. д‑ры (1981), проф. (1984). БССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1991). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. МДУ‑ны тамамлаған (1941). 1949 й. алып Ҡазан пед. ин‑тында, 1954 й. — Ҡазан ун‑тында, 1961—96 йй. БДУ‑ла (1962—69 йй., 1970—90 йй. сит ил әҙәбиәте каф. мөдире) уҡыта. Фәнни тикшеренеүҙәре француз әҙәбиәте тарихына, 19 б. аҙ. — 20 б. башындағы реализм эволюцияһына һ.б. арналған. “Башҡорт совет әҙәбиәте тарихы” (“Исто­рия башкирской советской литературы”; 2 киҫәктә; 1‑се киҫәк, 1966) баҫмаһы авторҙарының береһе. 40‑ҡа яҡын фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Французский реалистический роман на рубеже XIX—XX веков. Уфа, 1975.

Тәрж.­ Р.Ә.Сиражитдинов