ШАЛФЕЙ, сальвия (Salvia), ирен сәскә һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр заты. Яҡынса 700 төрө билдәле, бөтә Ер шары буйлап таралған. Башҡортостанда 5 төрө үҫә: дала Ш., ҡоро дала Ш. һ.б. Ҡуйы йәки һирәк төклө күп йыллыҡ үләндәр. Һабаҡтары төҙ, ябай йәки тарбаҡлы, бейеклеге 30—125 см. Япраҡтары бөтөн йәки ҡыйғас. Сәскәләре башаҡ йәки һепертке һымаҡ сәскәлектәр барлыҡҡа килтереүсе ҡатмарлы суҡтарҙа урынлашҡан; суҡлы Ш., һалпыш Ш. һ.б. — көрән күк йәки күк, һыбашҡаҡ Ш. һары төҫтә була. Тажының өҫкө ирене торҡаға оҡшаш, тура йәки ураҡ рәүешле, аҫҡы ирененең урта айырсаһы күпкә ҙурыраҡ, һирәк осраҡта ситкеләре м‑н тигеҙ. Һеркәстәре 2, бағанаһы еп кеүек, емешлек ауыҙы ике айырсалы. Емешлеге 1, емшәне өҫкө. Май—сент. сәскә ата. Емеше — 4 өлөшкә (эремаға) тарҡалыусы ценобий. Эзбизташлы, далалы һәм ташлы битләүҙәрҙә, юл буйҙарында, һирәгерәк ҡыуаҡлыҡтар араһында, япраҡлы һәм ҡатнаш урмандарҙа үҫә. Респ. бөтә терр‑яһында тиерлек таралған. Баллы үҫемлектәр, декоратив үҫемлектәр. Составында алкалоидтар, дуплау матдәләре, флавоноидтар, эфир майҙары һ.б. бар, халыҡ медицинаһында һәм парфюмерия-косметика сәнәғәтендә ҡулланыла. Һыбашҡаҡ Ш. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

Л.Н.Миронова

Тәрж. Г.А.Миһранова