ШАҠША, ҡала тибындағы ҡасаба, 1980 й. алып Өфө эсендә урынлашҡан. Ҡасабаға 1890 й. Өфө өйәҙендә Һамар‑Златоуст (хәҙ. Куйбышев) т. юлын төҙөүгә бәйле Ураҡ станцияһы ҡасабаһы (Кня­зев а. эргәһендә) булараҡ нигеҙ һалына. 1896 й. 7 йортта 58 кеше йәшәгән. 1910 йй. алып Шаҡша станцияһы ҡасабаһы булараҡ теркәлгән. 1959 й. башлап Ағас эшкәртеү комб‑ты, Безбожник, Шаҡша кирбес з‑ды, Шаҡша протез з‑ды ҡасабалары берләштерелгәндән һуң Шаҡша ҡала тибындағы ҡасабаһы булараҡ иҫәпкә алынған. Халҡы: 1920 й. — 241 кеше; 1939 — 232; 1959 — 6564 кеше. 1980 й. тиклем Өфө р‑нының Шаҡша ҡасаба советы үҙәге була. Л.М.Кашапова, С.Г.Ковалёв ошо ҡасабала тыуған.

С.С.Таһиров

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев