ШАҠША, Иглин р‑нындағы ауыл, Ҡалтыман а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Иглин т. юл ст. К.‑Көнб. табан 25 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 71 кеше; 1920 — 102; 1939 — 137; 1959 — 49; 1989 — 63; 2002 — 192; 2010 — 290 кеше. Башҡорттар, белорустар, урыҫтар йәшәй (2002).

Ауылға Өфө өйәҙендә алпауыт крәҫтиәндәре нигеҙ һала, 1795 й. алып билдәле (баяр К.Голубцов нәҫеле имениены Аничковтарға һата). Һуңынан канцелярист Л.С.Артемьев хужа була. Михайловка, Ши(е)ҡша исемдәре м‑н билдәле булған. 1865 й. 4 йортта 22 кеше йәшәгән. Игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 2002 й. Ш. Иҫке Михайловка а. ҡушыла (1778 й. алып билдәле, Е.С.Яхонтов хужа булған).

З.И.Гудкова

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев