ЮЛДЫБАЙ УРТА МӘКТӘБЕ, Йылайыр р‑нында урынлашҡан. 1919 й. мәҙрәсә нигеҙендә 1‑се баҫҡыс берҙәм хеҙмәт мәктәбе булараҡ асыла, 1930 й. алып башланғыс мәктәп, 1935 й. — тулы булмаған урта мәктәп, 1937 й. хәҙ. статусын ала. Компьютер класы, китапханаһы, тамаша һәм спорт залдары, слесарлыҡ, ағас эше һәм тегеү оҫтаханалары, мәктәп яны участкаһы, 2 теплицаһы, умарталығы һ.б. бар. Уҡыу йорто м‑н М.Б.Әбсәләмов һ.б. эшмәкәрлеге бәйле. 1950 й. башлап мәктәпте 3,6 меңдән ашыу кеше тамамлаған (2010), улар араһында А.М.Айытҡолов, Ф.Х.Бикбулатов, Ш.Х.Бикбула­тов, Р.Ғ.Буканова, Ж.Ф.Ғәлимов, Р.З.Үтәев, Әбсәләмов, Ф.У.Юлдаш­баева, А.Б.Ярлыҡапов бар. Мәктәп бинаһына мәктәп дир. М.Ҡ. Ҡаҙаҡҡоловҡа, Юлдашбаеваға (икеһе лә — 2004), уҡытыусы Ҡ.Х.Атановҡа (2009) мемориаль таҡтаташтар ҡуйылған.

Әҙәб.: Р ә м о в Ф. Юлдыбай — быуаттарҙан быуаттарға. Өфө, 2007.

С.Ғөлҡәрнәев

Тәрж.­Ә.Н.Аҡбутина