ШАҠАРЛЫ, Балаҡатай р‑нындағы ауыл, Иҫке Балаҡатай а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 18 км һәм Үңкерҙе т. юл ст. (Силәбе өлк.) К.‑Көнб. табан 18 км алыҫлыҡта Шаҡарлы й. (Әй й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 671 ке­ше; 1920 — 920; 1939 — 472; 1959 — 547; 1989 — 414; 2002 — 413; 2010 — 331 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Яңы Балаҡатай урта мәктәбе №1 филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапха­на бар.

Ауылға 1875 й. Златоуст өйәҙендә сауҙагәр Незабудкиндан ҡуртымға алынған Бала‑Ҡатай улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә Вятка губ., Пермь губернаһынан крәҫтиәндәр нигеҙ һала. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ, дегет һәм ыҫмала ҡайнатыу, арҡан һәм сүс бауҙар ишеү м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. земство мәктәбе, 3 бакалея кибете теркәлгән.

Х.Ғ.Байморатова

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев