ШАКШИН Анатолий Дмитриевич (13.1.1929, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Крадено‑Михайловка а. — 22.11.2010, Төмән ҡ.), Соц. Хеҙмәт Геройы (1966). СССР‑ҙың почётлы нефтсеһе (1970). 1948 й. алып “Туймазабурнефть” тресының 2‑се быраулау контораһында быраулаусы, 1953 й. — быраулау мастеры, 1964 й. башлап Урай быраулау эштәре идаралығындағы “Тюменнефтегазразведка” тресының 3‑сө Шаим быраулау контораһында быраулау мастеры, 1972—96 йй. 2‑се Түб. Варта быраулау эштәре идаралығы мастеры. Ш. ҡатнашлығында Түб. Варта р‑нында нефть ятҡылыҡтары асылған, Шаим нефть ятҡылыҡтары төркөмөн быраулау ойошторолған. 1965 й. Ш. бригадаһы тарафынан СССР‑ҙа тәүге тапҡыр ауыш йүнәлешле быраулау ысулы ҡулланылған, 1966 й. дөйөм тәрәнлеге 34 мең м булған скважиналар бырауланған. СССР ЮС‑ының 7‑се саҡырылыш депутаты. СССР‑ҙың Дәүләт пр. лауреаты (1980). Ленин (1966), Окт. Революцияһы (1971), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1989) орд. м‑н бүләкләнгән. 1986 й. алып Түб. Варта ҡ. йыл һайын Ш. ис. Бөтә Рәсәй ирекле көрәш турниры үткәрелә.

И.Ғ.Кәримова, И.Г.Таранов

Тәрж. А.Н.Күсеев