ШАКИРОВТАР, цирк артистары ғаиләһе, ат өҫтөндә оҫта йөрөүселәр‑һыбайлылар. Рәмил Мөнирулы Ш. (7.12.1954, БАССР‑ҙың Иглин р‑ны Келәш а.), БАССР‑ҙың атҡ. артисы (1984). Өфө циркы эргәһендәге Башҡорт цирк студияһын тамамлағандан һуң (1973) 1975 й. тиклем, 1977—83 йй., 1991—99 йй. “Башҡортостан егеттәре” атлы цирк труппаһында эшләй, 1983—91 йй. РФ‑тың халыҡ артисы Т.Т.Нугзаров етәкс. “Тау легендаһы” номерында ҡатнаша. Ринат Мөнирулы Ш. (22.9.1956, Өфө), БР‑ҙың атҡ. артисы (1996). Өфө циркы эргәһендәге Башҡорт цирк студияһын тамамлағандан һуң (1973) 1974 й. тиклем, 1977 й. алып “Башҡортостан егеттәре” труппаһында эшләй, 1982—2000 йй. “Тау легендаһы” номерында ҡатнаша. Халыҡ‑ара цирк сәнғәте фестивале лауреаттары (Монте‑Карло ҡ., Монако, 1984; “Алтын клоун” пр.). Руслан Рәмил улы Ш. (28.6.1980, Первоуральск ҡ.), Төньяҡ Осетия—Алания Республикаһының атҡ. сәнғәт эшмәкәре (2003). 1991 й. башлап “Башҡортостан егеттәре” труппаһында эшләй, 1998—2003 йй. “Тау легендаһы” номерында ҡатнаша. 2004 й. алып АҠШ‑та йәшәй. Ш. СССР һәм донъяның 10‑дан ашыу иле буйлап гастролдәрҙә була.

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов