ШАКИРОВА Фәриҙә Миңлехан ҡыҙы (26.5.1953, Өфө), үҫемлектәр физиологы. Биол. ф. д‑ры (1999), проф. (2003). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2007). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1976) Биохимия һәм генетика ин‑тында эшләй (2000 й. алып бүлек мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге стресҡа яраҡлашыуҙың молекуляр механизмдарын сигналдар ярҙамында яйға һалыуға арналған. Ш. тарафынан үҫемлектәрҙең тотороҡлолоғо һәм продуктлылығы м‑н идара итеү өсөн үҫемлектәрҙең үҫеүен көйләгестәр ҡулланыу стратегияһы нигеҙләнә, гормональ, аҡһым синтезлаусы һәм про‑, антиоксидант системаларының роле, фитогормондарҙың һ.б. үҫемлектәрҙең үҫеүен көйләгестәрҙең протектор эффектын тормошҡа ашырыуҙа һаҡлағыс аҡһым гендары өйрәнелә, мөхиттең насар шарттарында уларҙың үҫемлектәргә йоғонтоһоноң бер нисә дөйөм критерийы асыҡлана. 300‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Неспецифическая устойчивость растений к стрессовым факторам и её регуляция. Уфа, 2001; Регуляторы роста в адаптивной стратегии растениевод­ства. Уфа, 2009 (авторҙ.); Hormonal intermediates in the protective action of exogenous phytohormones in wheat plants under salinity //Phytohormones and Abiotic Stress Tolerance in Plants. Berlin [etc.], 2012 (авторҙ.).

Ф.К.Мортазина

Тәрж. Г.А.Миһранова