ШАКИРОВА Лиә Закир ҡыҙы (14.2. 1921, Өфө — 29.7.2015, Ҡазан), тел белгесе, педагог‑методист. Пед. ф. д‑ры (1974), проф. (1975). РСФСР‑ҙың (1981) һәм ТАССР‑ҙың (1976) атҡ. фән эшмәкәре, ТАССР мәктәбенең атҡ. уҡытыусыһы (1968), СССР‑ҙың мәғариф отличнигы (1976). З.Ш.Шакировтың ҡыҙы. К.А.Тимирязев ис. Башҡорт пед. ин‑тын тамамлаған (1942). 1948—2003 йй. Ҡазан пед. ун‑тында эшләй (1965—90 йй. урыҫ теле каф. мөдире), бер үк ваҡытта 1961—63 йй. Милли мәктәптәр ҒТИ‑ның Татар филиалы (Ҡазан) мөдире. Фәнни тикшеренеүҙәре лингводидактика, лингвокультуроло­гия, милли мәктәптә урыҫ телен уҡытыу теорияһы һәм методикаһы проблемаларына арналған. 420‑гә яҡын фәнни хеҙмәт, ш. иҫ. урыҫ теле б‑са дәреслектәр, уҡытыусылар һәм студенттар өсөн уҡытыу‑методик әсбаптар, авторы. Ленин орд. м‑н бүләкләнгән (1971).

Х е ҙ м.: Научные основы методики обучения категориям вида и времени русского глагола в тюркоязычной (татарской и башкирской) школе. Казань, 1974; Русский глагол: теория и практика. Казань, 2007; Педагогическая лингвистика: концепции и технологии. Казань, 2008.

Л.Ғ.Сәйәхова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина