ШАКИРОВА Ғәлиә Рәфғәт ҡыҙы (4.2.1950, Өфө), биолог. Биол. ф. д‑ры (2000), проф. (2002). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1973) Миәкә р‑нының Елдәр урта мәктәбе уҡытыусыһы, 1974 й. алып Башҡ‑н нефть эшкәртеү ҒТИ хеҙм‑ре. 1978 й. башлап БДАУ‑ҙа: 1991—92 йй. һәм 1996—98 йй. лаб. өлкән ғилми хеҙм‑ре, бер үк ваҡытта 1992 й. алып уҡытыусы; 2010 й. башлап К.И.Скрябин ис. Мәскәү ветеринария һәм биотехнология акад. эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге пренаталь онтогенез ваҡытында һыйыр малында арҡа мейеһе төйөндәре формалашыу законлыҡтарын өйрәнеүгә, эксперименталь фасциолёз, һарыҡтарҙың һәм кәзәләрҙең йоғошло пустулёз дерматиты булғанда, 2,4 ДА гербициды, 4 хлорлы углерод һәм нитраттар м‑н ағыуланғанда хайуандар организмындағы ультраструктур үҙгәрештәргә арналған. 180‑дән ашыу фәнни хеҙмәт, 2 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Фармакологическая коррекция иммуно‑и гепатотоксических эффектов ксенобиотиков. Уфа, 2002 (авторҙ.); Функциональная морфология при контагиозном пустулёзном дерматите овец. Уфа, 2008 (авторҙ.); Патоморфологическая и ультраструктурная характеристика гнойно‑некротических процессов в области пальцев у крупного рогатого скота. Уфа; М., 2009 (авторҙ.).

Тәрж. Г.А.Миһранова