ШАКИРОВ Әхмәтнур Сәлих улы (2.5.1951, БАССР‑ҙың Яңауыл р‑ны Ҡарман а.), хужалыҡ эшмәкәре. Хеҙмәт һәм соц. мөнәсәбәттәр акад. Профсоюздар хәрәкәте ин‑тын тамамлаған (Силәбе ҡ., 1992). 1968—69 йй. “Уралэнергомонтаж” тресының Ҡарман монтаж участкаһы слесары. 1972 й. алып “Башкирэнерго” ААЙ‑ның Ҡарман ДРЭС‑ында слесарь, 1988 й. башлап инженер, 1993—2003 йй. Нефтекама яһалма күн ПБ‑нда ген. дир. урынбаҫары. Ш. ҡатнашлығында Ҡарман ДРЭС-ында янғын хәүефһеҙлеген арттырыу маҡсатында утҡа сыҙамлы май индерелә. БР ЮС‑ының 12‑се саҡырылыш депутаты. СССР МС‑ы пр. лауреаты (1989). 3‑сө дәрәжә Хеҙмәт Даны орд. м‑н бүләкләнгән (1986).

Тәрж. А.Н.Күсеев