ШАКИРОВ Үлмәҫ Шакир улы (20.12. 1923, БАССР‑ҙың Бөрө кантоны Яңы Аҫау а., хәҙ. Балтас р‑ны Аҫау а., — 20.8.1998, шунда уҡ), Советтар Союзы Геройы (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Балтас р‑нының “Үрнәк” к‑зында эшләй. 1941 й. июленән Көнбайыш, Калинин, 1‑се Балтик буйы һәм 3‑сө Белоруссия фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 43‑сө армияның 179‑сы уҡсылар див. 259‑сы уҡсылар полкының взвод ком. ярҙамсыһы өлкән сержант Ш. 1944 й. 23 июнендә Белоруссия ССР‑ының Шумилино торама пункты һәм 26 июндә Боровцы а. янындағы алышта күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. 1945 й. демобилизациялана. 1945—51 йй., 1957—63 йй. һәм 1966 й. алып тыуған ауылында уҡытыусы, 1951—57 йй. Балтас р‑нының “Урал” к‑зында рәйес, 1963—66 йй. өлкән бригадир булып эшләй. Ленин (1944), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985) орд. м‑н бүләкләнгән. Ш. исеме м‑н Балтас р‑нының Шауъяҙы һәм Нөркә аа. мәктәптәр аталған.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. М.Х.Хужин