ШАКИРОВ Олег Николаевич (6.5. 1982, Өфө), спортсы. Хәҙерге бишбәйге б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт масте­ры (2003). БДПУ‑ны тамамлаған (2005). Хәҙерге бишбәйге б‑са респ. СДЮСШОР‑ы тәрбиәләнеүсеһе (тренерҙары П.Е.Судовиков, А.М.Уткин). Үҫмер спортсылар араһында шәхси зачётта Рәсәй чемп. (2002—03), халыҡ‑ара турнир еңеүсеһе (Польша, 2003), команда зачётында донъя чемп. һәм эстафетала Европа чемпионатының көмөш призёры (икеһе лә — 2003). Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (2002—06).

Тәрж. Г.А.Миһранова