ШАКИРОВ Мөхлис Баҙыҡ улы (1.1.1924, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Мекәш а., хәҙ. БР‑ҙың Дәүләкән р‑ны Мәкәш а.), хужалыҡ эшмәкәре. РФ‑тың атҡ. а.х. хеҙм‑ре (1983), БАССР‑ҙың атҡ. агрономы (1976). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. БАХИ‑ны тамамлаған (1957). 1948 й. алып Дәүләкән р‑нының “Башаҡ” к‑зында КПСС‑тың партия ком‑ты секретары булып эшләй; 1950—52 йй. БАССР‑ҙың Октябрьский ҡ. ДОСААФ ком‑ты рәйесе. 1957 й. башлап Дүртөйлө р‑нында: Һыуыҡҡул МТС‑ының баш агрономы, 1958 й. алып а.х. инспекцияһы нач., 1961—63 йй. КПСС район ком‑тының 2‑се секретары, 1963—65 йй. производство идаралығы нач., 1964—85 йй. а.х. идаралығы начальнигы. 1983 й. респ. тәүге тапҡыр Дүртөйлө р‑нына “Игенселек культураһы юғары булған район” исеме бирелә. Ҡыҙыл Йондоҙ (1944, 1945), 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1944), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1967, 1970), Почёт Билдәһе (1974) орд. һәм миҙалдар м‑н бүләкләнгән.

Тәрж. А.Н.Күсеев