ШАКИРОВ Миҙхәт Закир улы (5.10. 1916, Өфө — 1.5.2004, шунда уҡ), совет партия‑дәүләт эшмәкәре. Соц. Хеҙмәт Ге­ройы (1981). З.Ш.Шакировтың улы. Бежица машиналар эшләү ин‑тын тамамлаған (1941). 1934—36 йй. паровоз вагондары ремонтлау з‑дында слесарь, 1941 й. алып 656‑сы Дәүләт союз з‑дында инженер, өлкән инженер, баш механик урынбаҫары, производство нач. урынбаҫары, 1947 й. башлап БАССР Урындағы сәнәғәт министрлығының (бөтәһе лә — Өфө) баш инжене­ры. 1948 й. алып “Башнефть” берекмәһенең Стәрлетамаҡ геол. эҙләнеүҙәр контораһында геофизика оҫтахана‑лаб. мөдире. 1950 й. башлап геофизика приборҙары эшләү з‑ды дир., 1952 й. — 74‑се төҙөлөш‑монтаж идаралығы нач., 1954 й. — “Неф­тепроводмонтаж” тресының баш инженеры. 1963 й. алып КПСС Өфө ҡала ком‑тының, 1969—87 йй. КПСС Башҡ‑н өлкә ком‑тының (бөтәһе лә — Өфө) 1‑се секретары. Республиканың сәнәғәте һәм а.х., фәне һәм мәҙәниәте үҫешенә ҙур өлөш индергән. СССР ЮС‑ы Президиумының 8—11‑се саҡырылыш ағзаһы, СССР ЮС‑ының, БАССР ЮС‑ының 7—11‑се саҡыры­лыш депутаты. Ленин (1964, 1971, 1976, 1981, 1986), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1958, 1961) орд. м‑н бүләкләнгән. Ш. исеме м‑н Нуғай а. (Өфө ҡ. составында) урам, Өфөлә сквер аталған; ул йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. М.Х.Хужин