ШАКИРОВ Йыһандар Таһир улы [23.6.1914, Өфө губ. Бөрө өйәҙе Текән а. (БР‑ҙың Балтас р‑ны) — 5.5. 2006, Өфө], умартасы. БР ФА‑ның почётлы акад. (1995), биол. ф. канд. (1967). РСФСР‑ҙың атҡ. зоотехнигы (1985), БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1980), СССР‑ҙың соц. а.х. отличнигы (1970). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. БДУ‑ны тамамлаған (1959). 1946 й. алып Йоматау а.х. техникумының уҡыу‑уҡытыу бүлеге мөдире. 1963—2000 йй. БДАУ‑ҙа уҡыта (1966—79 йй. үҙе ойошторған умарт‑ҡ һәм зоол. каф. мөдире). Фәнни тикшеренеүҙәре умартасылыҡҡа, тоҡомсолоҡ эшенә, бал ҡорто ауырыуҙары м‑н көрәшкә арналған. 90 фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: В помощь пчеловодам. Уфа, 1997 (авторҙ.); Пчеловодство Башкортостана. Уфа, 2008 (авторҙ.).

Н.Р.Бәхтизин

Тәрж. А.Н.Күсеев