ШАКИРОВ Закир Шакир улы [3.11. 1881, Өфө губ. Бөрө өйәҙе Ҡарасайылға а. (БР‑ҙың Кушнаренко р‑ны) — 3.12.1968, Өфө], педагог‑мәғрифәтсе, тел белгесе. Хеҙмәт Геройы (1928). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1944). “Мөхәмәҙиә” мәҙрәсәһен тамамлаған (Ҡазан, 1902), А.Л.Шанявский ис. Мәскәү ҡала халыҡ ун‑тында уҡыған (1912—15). 1915 й. алып Өфөлә: Өфө губ. земство башҡармаһының халыҡ мәғарифы бүлегендәге милли мәктәптәр инспекторы, 1917 й. башлап 3 йыллыҡ мо­солман пед. курстары уҡытыусыһы, Татар гимназияһын ойоштороусыларҙың береһе һәм уның уҡытыусыһы, 1919—30 йй. 2‑се берҙәм хеҙмәт мәктәбе мөдире, бер үк ваҡытта 1921 й. тиклем Көньяҡ Урал яны музейы мөдире. 1920—56 йй. (өҙөклөк м‑н) К.А.Тимирязев ис. Башҡорт пед. ин‑тында (1931—51 йй. башҡорт теле һәм әҙәбиәте каф. мөдире), бер үк ваҡытта 1932—41 йй. Башҡ‑н тел һәм әҙәбиәт ҒТИ‑нда, 1933—34 йй. Башҡ‑н халыҡ мәғарифы кадрҙарының квалификацияһын күтәреү ин‑тында эшләй. 1932—39 йй. БДМИ‑ның тел ғилеме каф. мөдире. Фәнни тикшеренеүҙәре этнопедагогикаға, географияға, этнографияға, этнолингвистикаға, башҡорт тел ғилеменә арналған. Башҡортостан комплекслы экспедицияһында ҡатнашыусы. 40‑тан ашыу фәнни хеҙмәт, ш. иҫ. башҡорт теле б‑са терминология һүҙлектәре һәм дәреслектәр, авторы. Ленин (1954), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1944) орд. м‑н бүләкләнгән.

Х е ҙ м.: Уфа вилаяте географиясе. Уфа, 1917.

Әҙәб.: Е р г и н Ю.В. З.Ш.Шакиров (1881—1968). Уфа, 2007; Ш а к и р о в а Л.З. Якты язмыш. Казан, 1996.

Ю.В.Ергин

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина