ШАКИРОВ Дамир Фәйез улы (15.2. 1956, БАССР‑ҙың Миәкә р‑ны Ҡырғыҙ‑Миәкә а.), гигиенист. Мед. ф. д‑ры (2002), проф. (2006). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1980) Респ. санитария мәғарифы йортонда эшләй. 1982 й. алып (өҙөклөк м‑н) БДМУ‑ла уҡыта. 1991—93 йй. “Биос” пр‑тиеһының (Өфө) өлкән ғилми хеҙм‑ре. Фәнни эшмәкәрлеге производство мө­хитендәге химик бысратыусыларҙың химия, нефтехимия һәм нефть эшкәртеү сәнәғәте эшселәре һаулығы торошона йоғонтоһон өйрәнеүгә, хеҙмәт шарттарына гигиеник баһа биреүгә, тирә-яҡ мөхиттең зарарлы факторҙары тәьҫир иткәндә донозологик критерийҙар эшләүгә һ.б. арналған. 350‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 3 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Энергообеспечение жизнедеятельности человека в норме и патологии. 2‑е изд., доп. и перераб. Уфа, 2005 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина