ШАКИРОВ Альберт Вазиф улы (2.1.1956, БАССР‑ҙың Илеш р‑ны Һеңрән а.), географ. Геогр. ф. д‑ры (2005). БДУ‑ны тамамлаған (1986). 1981 й. алып “Востокнефтепроводстрой” тресының 3‑сө төҙөлөш идаралығында (Өфө), 1985 й. — Өфө эре панелле йорттар төҙөү з‑дында, 1988 й. — Өфө ҡала баҡсасылар йәмғиәтендә эшләй. 2001—03 йй. БДАУ‑ҙа, бер үк ваҡытта 2002 й. башлап Урал экологик‑геогр. тикшеренеүҙәр үҙәге (Өфө) дир., 2005 й. алып РФА Урал бүлексәһенең Дала ин‑тында (Ырымбур ҡ.). 2008 й. башлап БДУ‑ла, бер үк ваҡытта 2011 й. алып БДПУ‑ла (география, ер төҙөлөшө һәм ка­дастр каф. мөдире) эшләй. Фәнни тикшеренеүҙәре Башҡортостанды экологик‑геогр. районлаштырыуға арналған. 50‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Геоэкологический анализ территории Башкортостана. Уфа, 2004; Физико‑географическое районирование Урала. Екатеринбург, 2011.

Р.М.Хәзиәхмәтов

Тәрж. Э.М.Юлбарисов