ШАКИРЙӘНОВ Әнүәр Хафиз улы (5.1.1959, ТАССР‑ҙың Кесе Йылға а.), агроном. А.х. ф. д‑ры (2005). БР‑ҙың атҡ. а.х. хеҙм‑ре (2011). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1982) БНИИСХ‑ла эшләй: 1990 й. алып өлкән ғилми хеҙм‑р, 1997 й. — бүлек мөдире, 1999 й. — Шишмә үҫемлекселек селекцияһы үҙәге етәксеһе. Фәнни тикшеренеүҙәре ужым иген культуралары һәм мал аҙығы культуралары селекцияһына арналған. Ш. тарафынан ужым бойҙайының Лютесценс 9, Башкирская 3, Башкир­ская 10, ужым арышының Чулпан 7, Памяти Кунакбаева, тритикаленың Башкирская короткостебельная, судан үләненең Якташ сорттары сығарыла. 90‑дан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 4 уйлап табыу авторы. С.А.Ҡунаҡбаев ис. пр. лауреаты (2006).

Хеҙм.: Гибридизация — основа рекомбинационной селекции растений. Уфа, 2001 (авторҙ.); Методы и результаты селекции озимых зерновых культур в Республике Башкортостан. Уфа, 2004; Селекция и семеноводство озимой ржи в Республике Башкортостан. Уфа, 2011 (авторҙ.).

Тәрж. А.Н.Күсеев