ШАКИРЙӘНОВ Мәғәнәүи Шакирйән улы (5.9.1930, БАССР‑ҙың Дүртөйлө р‑ны Ҡораласыҡ а.), үҫемлекселек белгесе. 1954—91 йй. Дүртөйлө р‑нында эшләй: 1960 й. алып “Әсән” к‑зының, 1965 й. — “Уңыш” к‑зының комплекслы бригадаһында бригадир. Ш. бригадаһы үҫемлекселектә һәм малс‑ҡта юғары күрһәткестәргә өлгәшә: 1986 й. иген культураларының уңдырышлылығы — 43 ц/га, һәр һыйырҙан уртаса йыллыҡ һауым 5,5 мең кг тәшкил итә. СССР‑ҙың Дәүләт пр. лауреаты (1986). Окт. Революцияһы (1979), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1973) орд. м‑н бүләкләнгән.

Тәрж. А.Н.Күсеев