ШАКИРИ Әхмәт (ысын исеме Шакиров Әхмәт Мирғасим улы; 1920, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Бишҡураз а., хәҙ. БР‑ҙың Туймазы р‑ны Бишҡурай а., — 1941), шағир. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Фронтта һәләк булған. Ш. тәүге әҫәрҙәре 30‑сы йй. уртаһында “Йәш төҙөүсе” (ҡара: “Йәншишмә”) гәз. баҫылып сыға. “Ҡара күҙлек аҫтындағы сер” (1939) поэма­һының төп темаһы — фашизмға, һуғышҡа нәфрәт. Әҫәрҙәре “Тәүге йыр”, “Икенсе йыр” (ҡара: “Йәш көстәр”) альманахта­рына; “Бәхетле ғүмер” (1940; Ғәли Ғ.Ибраһимов м‑н берлектә) шиғри йыйынтығына ингән. М.Ю.Лермонтов, Т.Г.Шевченко һ.б. әҫәрҙәрен башҡорт теленә тәржемә иткән.

Әҙәб.: Йыр сафта ҡала. Өфө, 1960.

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов