ШАКИР, Я ң ы А ҡ т а ш, К р а с н о к у р т о в к а, Архангел р‑нындағы ауыл, Краснокуртовка а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т. 29 км һәм Приуралье т. юл ст. Т. табан 35 км алыҫлыҡта Ҡорт й. (Эҫем й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 109 кеше; 1939 — 168; 1959 — 97; 1989 — 150; 2002 — 128; 2010 — 126 кеше. Татарҙар йәшәй (2002).

Ауылға 20 б. башында Стәрлетамаҡ өйәҙе терр‑яһында ш. уҡ өйәҙҙең Иҫке Аҡташ а. (хәҙ. Ҡырмыҫҡалы р‑ны) кешеләре нигеҙ һала.

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев