ШАЙТАН ТЕКӘНЕ (Onopordum), астра һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр заты. Яҡынса 40 төрө билдәле, Европа­ла, Төньяҡ Африкала һәм Көнбайыш Азияла таралған. Башҡортостанда сәнсеүсән Ш.т. үҫә. Ике йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ, үрмәксе ауына оҡшаған, төклө, сәнскеле ҡанатлы, өҫкө өлөшөндә тарбаҡлы, бейеклеге 30—200 см. Япраҡтары эре, сәнскеле, ситтәре киртләсле; аҫҡылары — оҙонса йомортҡа формаһында, ҡауырһын кеүек айырсалы, киң өсмөйөшлө өлөштәр бар, урта һәм өҫкө һабаҡ япраҡтары ланцет рәүешле.

Сәскәләре көпшәле, ал йәки ҡуйы ҡыҙыл төҫтә, 1—3‑әрләп һабаҡ осонда урынлашҡан кәрзинкәләргә йыйылған. Кәрзинкәләрҙең урама япраҡсалары йәшел, төбө йомортҡа һымаҡ, ҡаты һары ос м‑н бөтә. Июнь—июлдә сәскә ата. Еме­ше — күп рәтле төктәрҙән торған алһыу йәки ерәнһыу өлпөлө оҙонса орлоҡса, июль—авг. өлгөрә. Ҡалдау, ташландыҡ ерҙәрҙә, баҫыуҙарҙа, юл буйҙарында һ.б. үҫә. Башҡортостандың Урал аръяғында, Йылайыр яйлаһының үҙәк өлөшөндә, Башҡортостандың Урал алдының көньяғында осрай. Ашарға яраҡлы, баллы, декоратив, мал аҙығы үҫемлеге. Сәскәлектәре һары буяу алыу өсөн файҙаланыла. Составында алкалоидтар, дуплау матдәләре, С витамины, сапониндар, флавоноидтар һ.б. бар, халыҡ медицинаһында ҡулланыла.

Ғ.М.Фазылова

Тәрж. Г.А.Миһранова