ШАЙТАН ҠАЛАСЫҒЫ, Өфө ҡаласығы I, Ҡара Абыҙ мәҙәниәте археологик ҡомартҡыһы. Б.э.т. 4—3 бб. ҡарай. “Йәшел сауҡалыҡ” шифаханаһы терр‑яһында Лысая тауында урынлашҡан. 18 б. П.С.Паллас тарафынан тасуирланған. 1878 й. Ф.А.Нефёдов, 1910—12 йй. В.В.Гольмстен һәм Д.Н.Эдинг, 1973 й. Ю.А.Морозов өйрәнгән. Яҡынса 190 м2 ер ҡаҙылған. Ҡаласыҡ өс яҡтан текә битләүҙәр, көнбайыш яҡтан 2 ур (тышҡы урҙың оҙонлоғо 97 м, бейеклеге 5 м тиклем) һәм соҡор м‑н һаҡланған. Таш усаҡтары (диам. 1—1,5 м) булған ер өйҙәр һәм ярым ер өйҙәр торлаҡ булып хеҙмәт иткән. Керамика соҡорло һыҙаттар м‑н биҙәлгән түңәрәк төплө көршәк һымаҡ һауыттарҙан ғибәрәт. Эш ҡоралдары (балсыҡ орсоҡбаштар, таш орлоҡ онтағыстар), ҡоралдар (һөйәк уҡ башаҡтары, тимер бысаҡтар) табылған. Ҡомартҡы яҡында урынлашҡан Өфө ҡәберлеге м‑н бер комплекс булараҡ ҡарала. Ш.ҡ. материалдары Милли музейҙа һәм Дәүләт тарих музейында (Мәскәү) һаҡлана.

Әҙәб.: Иванов В.А., Обыдённов М.Ф. Археология города Уфы. Уфа, 2001.

В.В.Овсянников

Тәрж. Д.К.Үзбәков