ШАЙТАН КҮБӘЛӘКТӘРЕ, төн күбәләктәре (Noctuidae), күбәләктәр ғаиләһе. Яҡынса 35 мең төрө билдәле, бөтә Ер шары буйлап таралған. Башҡортостанда 700‑ҙән ашыу төрө осрай: йәйғор күбәләк, кәбеҫтә Ш.к., өндәшле Ш.к., ужым Ш.к. һ.б. Ҡанат йәйеме 2,3—4,3 см (эре Ш.к. — 9 см тиклем); алғылары — оҙонса, өсмөйөшлө, күбеһенсә һоро, ҡуңыр, һарғылт көрән, 3 таптан һәм бер нисә арҡыры һыҙыҡтан торған үҙенсәлекле биҙәк була, артҡылары — киң, йомрораҡ, асыҡ һоро, һары, ҡыҙыл йәки күк төҫтә, ҡара тартмайылдар бар. Хәрәкәтһеҙ ваҡытта ҡанаттары ғәҙәттә яҫы. Башы ҙур түгел, йомро; күҙҙәре ҡоро йәки ҡыҫҡа төктәр м‑н ҡапланған. Томшоғо оҙон. Мыйыҡтары епкә оҡшаған, шырт, бысҡы ситле, тараҡ рәүешле, һирәк осраҡта ҡауырһынлы. Аяҡтары оҙон сәнскеле йәки тибенгеле. Йомортҡалары йомро, аҡһыл, ҡайһы бер төрҙәренеке — һарғылт, йәшкелт йәки алһыу төҫмөрлө, ҡайһы саҡта таплы, үҫемлектәрҙең япраҡтарына һәм ҡоро ҡалдыҡтарына, тупраҡтың өҫтөнә һала. Ҡарышлауыҡтары яланғас, һорғолт ҡуңыр, көрән йәки йәшел, ваҡ төклө һәм буй һыҙыҡлы, йыш осраҡта 5 пар ҡорһаҡ аяғы була; 5 тапҡыр төләй. Тупраҡта йәки үҫемлектәрҙә ҡуҙылар эсендә ҡурсаҡлана, ҡурсаҡтары һарғылт ҡуңыр, көрәнһыу йәки ҡара тиерлек. Бер йыл эсендә 1—2 быуын үҫешә. Ҡурсаҡтары, һирәгерәк ҡарышлауыҡтары, йомортҡалары йәки имагоһы ҡышлай. Эңерҙә һәм төндә, ҡайһы бер төрҙәре көндөҙ йәки тәүлек әйләнәһенә әүҙем. Ҡарышлауыҡтары үҫемлек тамырҙары, япраҡтары, һабаҡтары, ҡайһы ваҡытта сәскәләре һәм емештәре м‑н, имагоһы сәскәләр таты м‑н туҡлана. БР‑ҙа бөтә ерҙә лә таралған. Ҡайһы бер Ш.к. культуралы, декоратив үҫемлектәрҙең (ләлә, миләүшә һ.б.) һеркәләндереүсеһе булып тора, бик күп Ш.к. — ауыл хужалығы һәм урман культуралары ҡоротҡостары.

М.Ғ.Миһранов

Тәрж. Г.А.Миһранова