ШАЙТАН КҮБӘЛӘГЕ (Endromis versicolora), күбәләктәр отрядының шайтан күбәләктәре ғаиләһенә ҡараған бөжәк. Ев­ропала, Себерҙә, Алыҫ Көнсығышта таралған. Ҡанаттарының йәйеме 30—75 мм, төк һымаҡ тәңкәләр м‑н ҡапланған. Алғы ҡанаттары ерән‑көрән (инә күбәләктәрҙеке аҡһыл) төҫтә, уртаһында ике ҡара тар һыҙыҡ, тышҡы ситендәге тамырсыҡтар б‑са һуҙылған аҡ штрихтар, шына кеүек көмөш‑аҡ төҫтәге өс тап була; артҡылары — сағыу ерән, тулҡынланып торған ҡара һүрәтле (инә күбәләктәрҙеке аҡһыл көрән төҫтә, ҡуңыр‑көрән һыҙыҡтар, штрихтар һәм таптар була). Томшоғо үҫеп етмәгән, ата күбәләктең мыйыҡсалары ҡырлы. Инә күбәләк ҡараһыу миләүшә төҫлө оҙонса йомортҡаларын мал аҙығы үҫемлектәренең ботаҡтарына һала. Йәш ҡарышлауыҡтары нәҙек ҡара‑көрән төктәр м‑н ҡапланған; оло ҡарышлауыҡтары яланғас, сағыу йәшел төҫтә, оҙонлоғо 6—7 см, ян‑яҡтарында ваҡ төрткөләр, асыҡ ҡыя һәм арҡаһында аҡ һыҙыҡтар, 8‑се ҡорһаҡ сегментында конус рәүешле төйөрсөк була; тын алғыстары аҡ.

Ерҙә ҡойолған япраҡтар һәм ҡоро үләндәр аҫтында ҡуҙыла ҡурсаҡлана; ҡурсаҡтары зәйтүн һымаҡ ҡараһыу көрән. БР шарт­тарында бер йыл эсендә 1 быуын үҫешә. Ҡурсаҡтары ҡышлай. Күбәләктәр март уртаһынан алып май уртаһына тиклем оса. Эңерҙә һәм төндә әүҙем. Ҡарышлауыҡтары ҡайын, һирәгерәк ерек, йүкә, сәтләүек ағасы, тал һ.б. япрағын ашай; күбәләктәр туҡланмай. Һирәкләнгән ҡатнаш һәм япраҡлы урмандарҙа йәшәй. Белорет һәм Бөрйән р‑ндарында осрай. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

М.Ғ.Миһранов

Тәрж. Г.А.Миһранова