ШАЙТАН ЗАВОДЫ, 1727 й. Шайтан й. (Чусовая й. ҡушылдығы) буйында А.Н.Демидов (ҡара: Демидовтар) тарафынан тимер етештереү з‑ды булараҡ нигеҙ һалына. Хужалары: Демидовтар, 1769 й. алып Яковлевтар, 1862 й. — Н.А.Стенбок‑Фер­мор һәм урың вариҫтары. Үрге Исәт тау округына ингән. 1727 й. эшләй башлай. 1760 й. 2 сүкеше, 1797 й. — 4 крица горны һәм 2 крица сүкеше, 1859 й. — 7 тимерлек, 4 крица, 2 ҡаҙау һуғыу, слесарлыҡ горндары, 1905 й. — 6 крица горны, 3 һыу сүкеше, пар машинаһы була. 1770 йй. заводта 300 мастеровой һәм эшсе кеше, 1797 й. — 399, 1862 й. — 121 кеше, 1905 й. 40 эшсе иҫәпләнә. 1760 й. заводта 9,4 мең бот, 1800 й. — 8,6 мең, 1851 й. — 8,7 мең, 1883 й. — 34,4 мең, 1905 й. 0,4 мең бот тимер етештерелә. 1882 й. тимер иретеүҙең контуаз ысулы индерелә. 1891—92 йй. крица пар сүкеше, турбина, 1901 й. — пар ҡаҙаны, крица горны һәм пар сүкеше ҡуйыла. 1905 й. ябыла. Хәҙ. завод торамаһы урынында Свердловск өлк. Чусовое а. урынлашҡан.

Н.М.Ҡолбахтин

Тәрж. М.Х.Хужин