ШАЙТАН ЗАВОДТАРЫ, Себер даруғаһы Ҡатай улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә Оло Шайтан й. (Чусовая й. ҡушылдығы) буйында Н.Н.Демидов (ҡара: Демидовтар) тарафынан нигеҙ һалынған, тип фараз ителә, Түб. Шайтан суй­ын иретеү һәм тимер етештереү з‑ды 1732 й. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1731), Үрге Шайтан ярҙамсы тимер етештереү з‑ды 1760 й. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1759) асыла. Хужалары: Демидов, 1867 й. алып Е.А. һәм С.А. Ширяевтар, 1810 й. башлап М.Ф.Ярцев, 1846 й. — М.И.Кузьмина, Е.И.Николаева һәм О.И.Берг, 1869 й. — П.В.Берг һәм уның вариҫтары, 1907 й. алып Шайтан тау заводтары акционерҙар йәмғиәте. Шайтан тау округына ингән. Түб. завод 1732 й., Үрге завод 1760 й. эшләй башлай. Түб. Ш.з. домна мейесе, 6 ҡул горны, 3 крица сүкеше; 19 б. башында — ҡорос сыныҡтырыу мейесе, 12 гор­ны, 5 крица сүкеше, 2 прокат станы; Үрге Ш.з. 2 сүкеше, 19 б. башында 6 горны, 2 сүкеше була. 1900 й. Ш.з. 7 ҡыҙҙырыу, 5 пудлингылау, 2 йәбештереү һәм домна мейесе, крица горны, 4 һыу м‑н эшләүсе һәм 3 пар сүкеше, 5 прокат станы, 9‑ар пар машинаһы һәм локомобиле, 2 һауа өрҙөрөү машинаһы иҫәпләнә. 1910 й. заводтар 34315 дисәтинә ер биләй. 1772 й. Ш.з. 466 мастеровой һәм эшсе кеше, 1858 й. — 2921 крепостной крәҫтиән (ҡара: Тау сәнәғәте крәҫтиәндәре), 1904 й. 1020 эшсе була. 1779 й. заводтарҙа 61,4 мең бот тимер, 1841 й. — 36, 1863 й. — 103,7, 1881 й. — 121,9 мең бот тимер; Түб. Ш.з. 1750 й. — 66 мең бот суйын, 1800 й. — 94,3, 1860 й. — 158,3 мең бот суйын; 1885 й. — 328,8 мең бот суйын, 150,4 мең бот әҙер тимер (ш. иҫ. табаҡлы тимер — 129,8), 1910 й. — ошоға ярашлы 664,8 һәм 285 (279,1), 1913 й. — 664,8 мең бот суйын, 376,9 мең бот табаҡлы түбә тимере етештерелә. 1830 й. Ш.з. табаҡлы түбә тимере, 1835 й. — суйын изделиелар ҡойоу, 1882 й. — пудлингылау, 1911 й. — мартен производствоһы индерелә, заводҡа Пермь т. юлы үткәрелә. Беренсе донъя һу­ғышы йылдарында артиллерия снарядтары, ваҡ торбалар, хәрби ихтыяждар өсөн башҡа продукция сығарыла; көкөрт к‑таһы һәм хром берләшмәләре етештереү өсөн “Железняк” химия з‑ды төҙөлә. 1920 й. Түб. Ш.з. торба етештереү заво­дына үҙгәртелә. Крәҫтиәндәр һуғышы (1773—75) барышында Ш.з. баш күтәреүселәр тарафынан баҫып алына, завод крәҫтиәндәренең бер өлөшө баш күтәреүселәргә ҡушыла. Граждандар һуғышы осоронда Түб. Ш.з. өлөшләтә емерелә, Үрге Ш.з. яндырыла. Торбалар з‑ды базаһында “Первоуральск яңы торба заводы” ААЙ ойошторола. Хәҙ. Түб. завод торамаһы уры­нында Первоуральск ҡ. урынлашҡан.

Әҙәб.: Б у р а н о в Ю.А. Акционирование горнозаводской промышленности Урала (1861—1917). М., 1982.

З.И.Гудкова, Н.М.Ҡолбахтин

Тәрж. М.Х.Хужин