ШАЙМОРАТОВА (Хәбибуллина) Әсмә Сабир ҡыҙы [9.12.1910, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Арыҫлан а. (БР‑ҙың Шишмә р‑ны) — 11.1.1992, Өфө], йырсы (лирик‑колоратура сопраноһы). БАССР‑ҙың атҡ. артисы (1950). Башҡорт сәнғәт технику­мын (1932) һәм Мәскәү консерваторияһы эргәһендәге Башҡорт студияһын (1942; М.В.Владимирова класы) тамамлаған. 1942 й. алып БДОБТ, 1948 й. — Татар филармонияһы (Ҡазан), 1950—60 йй. Башҡорт филармонияһы солисы. Ш. тауышы сағыу һәм матур тембр, киң диапазон, һығылмалылыҡ һәм йомшаҡлыҡ м‑н айырылып торған. Төп партиялары: Татьяна (“Евге­ний Онегин”, П.И.Чайковский; дебют, 1942), Маргарита (“Фауст”, Ш.Гуно), Микаэла (“Кармен”, Ж.Бизе), Марфа (“Батша кәләше” — “Царская невеста”, Н.А.Римский‑Корсаков), Таңһылыу (“Ашҡаҙар”, А.А.Эйхенвальд) һ.б. Концерт репертуарын­да башҡорт, татар, урыҫ һәм сит ил композиторҙары әҫәрҙәре бар. Ш. классик оҙон көй өлгөләрен (“Ашҡаҙар”, “Бейеш”, “Буранбай”, “Ғилмияза”, “Зөлхизә”, “Таштуғай”, “Һандуғас”, “Әрме” һ.б.) айырыуса тәьҫирле башҡарған. М.М.Вәлиев, Х.Ш.Заимов, Х.К.Ибраһимов, З.Ғ.Исмәғилев, Р.Ә. Мортазин, Н.Ғ.Сабитов, Х.Ф.Әхмәтовтың ҡайһы бер вокаль әҫәр­ҙәрен тәүге башҡарыусы.

Э.М.Давыдова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова