ШАЙМОРАТОВ УРТА МӘКТӘБЕ, Ҡырмыҫҡалы р‑нында урынлашҡан. 1912 й. Биштәкә земство урыҫ-башҡорт халыҡ училищеһы булараҡ асыла, 1918 й. алып 1‑се баҫҡыс берҙәм хеҙмәт мәктәбе, 1924 й. — колхозсы йәштәр мәктәбе, 1940 й. — тулы булмаған урта мәктәп, 1964 й. башлап хәҙ. исемен йөрөтә, 1967 й. хәҙ. статусын ала. 1999 й. М.М.Шайморатов исеме бирелә. Компьютер класы, китапханаһы, 112‑се Башҡорт кавалерия дивизияһына арналған музейы, спорт залы, токарлыҡ оҫтаханаһы, тиры, мәктәп яны участкаһы бар. Уҡыу йорто м‑н Р.Н.Байымов, Р.Р.Кәбиров, Н.М.Ҡолбахтин, А.Ғ.Шәйхулов, Р.Ғ.Әбдиев һ.б. эшмәкәрлеге бәйле. 1964 й. алып мәктәпте 1,8 меңдән ашыу кеше тамамлаған (2010), улар араһында Шайморатов, Әбдиев бар; бында ш. уҡ Т.Ш.Кәримов уҡыған. Мәктәп терр‑яһына Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға һәм Шайморатовҡа комплекс‑һәйкәл (1999), бинаһына уға арналған мемориаль таҡтаташ (1953) ҡуйылған.

И.М.Моратшин

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина