ШАЙМОРАТОВ Миңлеғәли Минһаж улы (15.8.1899, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Биштәкә а., хәҙ. БР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы р‑ны Шайморатов а., — 23.2.1943, Украина ССР‑ының Петровское а. ерләнгән), хәрби эшмәкәр. Ген.‑майор (1942). Граж­дандар һәм Б.В. һуғыштарында ҡатнашыусы. М.В.Фрунзе ис. РККА Хәрби акад. тамамлаған (Мәскәү, 1934). 1913 й. алып “Урал” пароходында матрос (Өфө). 1919 й. башлап Ҡыҙыл Армияла. 1921 й. 6‑сы Кирсанов кавалерия курстарының эскадрон ком., 1925—30 йй. Бөтә Рәсәй ҮБК ис. РККА‑ның Беренсе Совет берләшкән хәрби мәктәбенең (Мәскәү) курс, бер үк ваҡытта Мәскәү Кремленең һаҡ полкы ком., 1934—37 йй. һәм 1939 й. Ҡытайҙа хәрби атташе, 1938—39 йй. Ҡыҙыл Ар­мия Ген. штабының 4‑се Разведка идаралығы бүлеге 2‑се бүлексәһе нач., СССР Оборона ХК‑ның 1‑се махсус кавалерия пол­кы, 1941 й. окт.—нояб. Көнбайыш фронттың 3‑сө кавалерия корпусы 1‑се махсус кавалерия полкы, дек. алып 112‑се Башҡорт кавалерия див. (ҡара: Чернигов кавалерия дивизияһы) ком., бер үк ваҡытта 1942 й. нояб. алып 8‑се кавалерия корпусы ком. урынбаҫары. Ҡыҙыл Байраҡ (1938, 1941), Ҡыҙыл Йондоҙ (1943) орд. м‑н бүләкләнгән. Ш. исеме м‑н тыуған ауылы һәм ул уҡыған урта мәктәп, БР торама пункттарында, Петровский ҡ. (ш. уҡ майҙан), Чернухино ҡасабаһында (икеһе лә — Украина) урамдар, Башҡортостан а.х. пр‑тиелары аталған. Өфөлә, Ҡырмыҫҡалы, Шайморатов аа. уға һәйкәлдәр, Шайморатов урта мәктәбе бинаһына мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Әҙәб.: Р а ф и к о в З. Глубокий рейд //Генералы Башкортостана. Уфа, 1995; Н а с ы р о в А.Х. Подвиг генерала: воспоминания командира эскадрона 112‑й Башкирской кавалерийской дивизии. Уфа, 2006.

Ф.Н.Вәхитов, Г.Т.Хөсәйенова

Тәрж. М.Х.Хужин