ШАЙМОРАТОВ, Б и ш т ә к ә, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл, Шайморатов а/с үҙәге. Район үҙәгенән Көнб. 12 км һәм Ҡабаҡ т. юл ст. К. табан 20 км алыҫлыҡта Иштиле й. (Өршәк й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1838 ке­ше; 1920 — 2685; 1939 — 1803; 1959 — 1094; 1989 — 812; 2002 — 982; 2010 — 776 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Шайморатов урта мәктәбе, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға Нуғай даруғаһы Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1755 й. керҙәшлек килешеүе б‑са Биштәкә исе­ме м‑н мишәрҙәр нигеҙ һала. 1792 й. бында ш. уҡ шарттарҙа типтәрҙәр килеп ултыра. 1865 й. 234 йортта 1376 кеше йәшә­гән. Игенселек, умарт‑ҡ, балта эше, мейес сығарыу, һатыуға утын әҙерләү м‑н шөғөлләнгәндәр. 3 мәсет, 3 уч‑ще булған. 1906 й. 3 мәсет, тимерлек, мануфактура һәм 4 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән; улус идараһы урынлашҡан. 60‑сы йй. алып хәҙ. исемен йөрөтә. М.М.Шайморатов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев